Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Июля 2019, 07:55
Башҡорт ҡымыҙының этно-фестивале
27-28 июлдә Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында “Йәйләү” башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале үтәсәк. Унда баш ҡалабыҙҙа йәшәүселәр һәм килгән ҡунаҡтар ҙа саҡырыла.
Байрам сараһына Башҡортостандың төрлө төбәгенән ҡымыҙ етештереүселәрҙең йыйылыуы көтөлә. Улар үҙҙәре менән бергә ҡымыҙ алып килеп, йәрминкәгә һатыуға ла ҡуясаҡ. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә ҡымыҙ бешеүселәрҙе уҡытыу ҙа ҡаралған. Оҫта ҡымыҙсылар араһында конкурс та ойоштороласаҡ.
Программала ҡымыҙ йәрминкәһе, этно-маркет, концерт, ололар һәм балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, һабантуй уйындары, тирмәләр ҡаласығы булыуы көтөлә. Шулай уҡ ял итеү һәм ҡапҡылап алыу өсөн “Ашмаркет” аш-һыу фестивале була. Әйткәндәй, ҡымыҙ, самауыр сәйе, милли аш-һыу ҙа тәҡдим ителә.
Байрамдың икенсе көнөндә “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирының сираттағы этабында ат сабышын ҡарарға була.
Фестивалдең төп маҡсаты – “башҡорт ҡымыҙы” брендын тергеҙеү һәм пропагандалау. Тулыраҡ мәғлүмәтте
https://kumysfest.ru/
һылтанмаһына баҫып алырға мөмкин.
Сара “Аҡбуҙат” ипподромында 27 июлдә 12:00–21:00 сәғәттә һәм 28 июлдә 12:00–18:00 сәғәттә була.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"