Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль 2019, 10:35

Башҡортостанда биш ай йомғаҡтары буйынса сеймал булмаған экспорт артҡан

Башҡортостанда биш ай йомғаҡтары буйынса сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған экспорт 15 процентҡа артҡан, уның төп өлөшөн машина эшләү һәм химия тармағы продукцияһы тәшкил итә. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Ошо хаҡта Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 17 июлдә Өфөлә үткән «Экспортлау ваҡыты» халыҡ-ара экспорт форумында хәбәр итте.


«Башҡортостан халыҡ-ара кооперацияларҙы һәм экспортты үҫтереү буйынса милли проектты ғәмәлгә ашырыуға әүҙем ҡушылып китте. Биш төбәк проекты сиктәрендә кесе һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Әгәр элек предприятиеларға экспорт менән үҙаллы шөғөлләнергә тура килһә, хәҙер улар был мәсьәләлә тулыһынса дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. 2015-2017 йылдарҙа республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше кәмене. Былтыр бер аҙ үҫеш булды, әммә биш ай йомғаҡтары буйынса бер аҙ төшөү теркәлә», — тип хәбәр итте республика етәксеһе. Уның һүҙҙәренсә, сәбәптәрҙең береһе таможня статистика иҫәбенең үҙенсәлектәре менән бәйле. Ҡайһы бер осраҡта Башҡортостан компанияларының экспорты беҙҙең статистикала иҫәпләнмәй.


Башҡортостанда бөтәһе 800 экспорт йүнәлешле компания эшләй, уларҙың 650-һе – кесе һәм урта предприятиелар. Экспорттың 90 процентын тик 20 эре тауар етештереүсе булдыра.
«Беҙҙең бөгөнгә бурысыбыҙ – ҙур булмаған предприятиеларға, уларҙың өлөшөн үҫтерергә ярҙам итеү», — тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ Башҡортостандың «Төбәк эксперт стандарты 2.0» индерелгән 11 пилот төбәк араһында булыуының әһәмиәтен билдәләне. «Ул беҙгә башҡа тәбәктәрҙә булмаған яңы инструменттар бирә», — тине республика етәксеһе. «Беҙ продукцияны, шул иҫәптән пилот тауарҙарҙы экспортҡа сығарыуға тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялай башланыҡ. Шулай уҡ Башҡортостан тауарҙарҙы сертификациялауға сығымдар өлөшөн компенсациялауға субсидиялар бирелә», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәсәй экспорт үҙәгенән ярҙам алыу процедураларын ябайлаштырырға һәм ваҡытты талап ителгән документтар теҙмәһен кәметеү иҫәбенә ҡыҫҡартырға тәҡдим итте. «Иң ҡулай ваҡыт – ай дауамында кредит, ике аҙна эсендә страховка һәм гарантия ярҙамын күрһәтеү», — тине ул. «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Андрей Слепнев, сеймал булмаған экспорттың перспективалары тураһында һөйләп, «Башҡортостан үҙ экспортын киңәйтеү буйынса ҙур аҙым яһаны», тип билдәләне.
«Сеймал булмаған экспорттың өлөшө 24 проценттан 42-гә тиклем артты. Беренсе ярты йыллыҡта ыңғай динамикаһы. Ул ил буйынса булған һандарҙан ярайһы уҡ айырыла. Биш ай буйынса сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған экспорт биш процентҡа түбәнәйгән. Июндә поставкаларҙың 10 проценттан күберәккә кәмеүе көтөлә. Ул уҙған йыл менән сағыштырғанда металға хаҡтарҙың ныҡ төшөүе һәм иген күләменең кәмеүе (былтыр 2017 йылғы рекорд уңыш менән тәьмин иттек) менән бәйле конъюнктур фактор. Быйыл 128 миллион тонна самаһы иген көтәбеҙ, ул йыл башын тигеҙләргә мөмкинлек бирәсәк».
«Форумда тикшерелгән иң мөһиме – яңы тармаҡтарҙа яңы экспорт булдырырға тейеш, ҡотолғоһоҙ конъюнктур тирбәлеүҙе ҡаплаясаҡ ярҙам саралары ул. Башҡортостан яҡшы өлгө – төбәк эксперт стандартын тормошҡа ашырыу буйынса пилот проектҡа инде. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн бөтә саралар һәм ҡоралдар ҡулланыла, ошо тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәләрен бирә», — тине Андрей Слепнев.
Икенсе «Экспортлау ваҡыты» халыҡ-ара экспорт форумы «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Ул төрлө илдәрҙән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы, уның майҙансыҡтарында милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, онлайн-сауҙа мәсьәләләрен өйрәнеү күҙаллана.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева
Читайте нас: