Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2019, 11:16
Ҡолсорала яңы клуб төҙөләсәк
Күптән түгел район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев Ҡолсора ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты. Һөйләшеүҙә Ҡолсора, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Муллаҡай ауылдары халҡы ҡатнашты. Унда төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре, актуаль проблемалары көн үҙәгенә сығарылды. Кәңәшмәлә башлыҡтың ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Динар Хәлитов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина ла ҡатнашты. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Әйтергә кәрәк, халыҡтың район етәкселәренә әйтер һүҙҙәре күп ине. Сөнки һуңғы тиҫтә йылда был төбәктә проблемалар етерлек йыйылған, уларҙы хәл итеү мотлаҡ. Урындағы хужалыҡ тарҡалғас, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр ҙә бөгөн ташландыҡ хәлдә ята, фермерҙар ҙа юҡ тиерлек, фермалар ҙа, башҡа производство объекттары таланыпҡыйралып бөткән. Мәҫәлән, бөгөн Ҡолсора ауыл биләмәһендә 23447 гектар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр булып, шуның күбеһе буш ята. Был хаҡта үҙенең сығышында Азат Булат улы белдерҙе. Шуның өсөн, әйҙәгеҙ, дәүләт программаларында ҡатнашығыҙ, фермер хужалыҡтары, кооперативтар асығыҙ, беҙ һеҙгә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер, тип белдерҙе ул.
Мәҙәниәт бүлеге начальнигына һорауҙар күп булды. Халыҡты Ҡолсора ауылында клубтың ябылыуы, Муллаҡайҙағыһының әле булһа асылмауы борсой. Дүрт ауылға бер генә клуб эшләй – Түбәнге Иҙристә. Ҡолсоралар мәҙәниәт йортоноң авария хәлендә булыуына ышанмай, уны үҙҙәре ремонтлап асырға ынтыла. Уларға яуап итеп, Г.Йыһаншина, “Мәҙәни мөхит” федераль проектына ярашлы, 2023 йылда Ҡолсорала өряңы мәҙәниәт йорто төҙөләсәк, тип белдерҙе. Ул үҙ эсенә музыка мәктәбе филиалын, ФАП-ты һәм китапхананы ла аласаҡ.
Был төбәкте “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү – күптән хәл итеүҙе көткән актуаль проблема. Динар Хәлитов үҙенең сығышында ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп, әле был юҫыҡта эштәр алып барыла, тип билдәләне. Юлдарҙы ремонтлау ҙа даими иғтибар талап итә.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең буш ятыуы, уларҙы фермерҙарҙың файҙалана алмауы, берәҙәк малдың заман афәтенә әүерелеүе, Муллаҡай мәсете төҙөлөшөнә ағас бүлеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты ауылдар халҡы.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев был һорауҙарҙың һәр береһен үҙ контроленә алды һәм, уларҙы хәл итеү буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тип белдерҙе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи