Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2019, 11:28

“Ирәндек”те ҙур үҙгәрештәр көтә

Республикала беренсе тапҡыр кино ҡасан күрһәтелә башлаған? Баҡтиһәң, донъяла был сәнғәт төрө хаҡында XIX быуатта уҡ билдәле булған. 1895 йылдың 28 декабрендә ағалы-ҡустылы Люмьерҙар Капуциндар бульварында урынлашҡан “Гранд” кафеһында “тере” фотоларҙан торған тамаша күрһәтә. Фәҡәт ошо көн донъяла рәсми рәүештә Кино көнө булараҡ билдәләнә башлаған.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Рәсәйлеләр иһә кино менән бер аҙ һуңғараҡ таныша. 1908 йылдың 15 октябрендә Петербург халыҡ йортоноң сәхнәләштереүсеһе һәм режиссеры В.Ромашков тарафынан ҡуйылған “Понизовая вольница” һәм “Стенька Разин” фильмдары күрһәтелә. Өфөлә иһә “тере” фотоһүрәттәр теҙмәһе (рәсми рәүештә) 1901 йылдың 28 сентябрендә генә килеп етә.
Баймаҡ халҡы ҡасан беренсе тапҡыр “тере” фотоһүрәттәр менән танышҡан? Рәсми мәғлүмәттәргә таянғанда, ҡалала һәм районда тауышһыҙ кино беренсе тапҡыр – 1924 йылдың 24 апрелендә, ә тауыш менән оҙатылғаны 1935 йылда ҡуйыла.
“Ирәндек” кинотеатры иһә 1984 йылдың 24 апрелендә төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла. Унда беренсе тапҡыр “Аҡ ысыҡтар” (“Белые росы”) киноһы күрһәтелә. Бөгөн донъя менән XXI быуат хаҡимлыҡ итә. Халыҡ бөгөн ғаиләһе, дуҫтары, класташтары менән бергә кинотеатрға йөрөүҙе хуп күрә. Бөгөн “Ирәндек”те заман талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөкләндереү талап ителә. Бының өсөн уны Сибай ҡалаһындағы “Атмосфера” кинотеатры менән сағыштырыу ҙа етә. Бәлки, шуғалыр ҙа күптәр кино ҡарау өсөн тап Сибайға юллана.
Ниһайәт, ошо көндәрҙә федераль бюджеттан кинозалды тулыһынса яңыртыуға йүнәлтелгән маҡсатлы финанс бүленеүе хаҡында һөйөнөслө яңылыҡ алдыҡ. Эксперттарҙың билдәләүенсә, илебеҙҙең 40 проценты һанлы кинотеатр ҡарауҙан мәхрүм. Ошо тәңгәлдәге проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында, 2015 йылда “Рәсәй Федерацияһындағы 500 меңгә тиклем халҡы булған бәләкәй ҡалаларҙағы кинозалдарҙы төҙөкләндереүгә ярҙам” маҡсатлы программаһы эшләй башлай. Бөгөнгә уның ярҙамында 79 төбәктә 789 кинозал асылған. Тамашасылар өсөн 180 меңдән ашыу яңы урын булдырылған. Һөҙөмтәлә 20 миллиондан ашыу кеше һанлы кино уңайлыҡтарын файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булған.
- Был программаға инеү өсөн өс йыл рәттән конкурста ҡатнаштыҡ, быйыл иһә еңеүгә өлгәштек, - тине “Ирәндек” кинотеатры директоры Зөлфиә Морапталова. - Маҡсатлы бүленәсәк аҡсаға кино күрһәтеү ҡоролмаһа, 3D аппаратураһы һәм уларға күҙлектәр, тауыш системаһы, экран, тамашасылар өсөн креслолар алыу күҙаллана.
500 меңгә тиклем халҡы булған бәләкәй ҡалаларҙа милли киноларҙы күрһәтеүгә шарттар тыуҙырыу маҡсатында 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән программа “Мәҙәниәт” милли проектына индерелгән. Алты йыл эсендә йыл һайын “Кино” фонды аша 200-ҙән ашыу кинозалды төҙөкләндереү күҙаллана. Ә инде 2024 йыл аҙағына өҫтәмә 1200 кинозал булдырыу ҡарала.
Читайте нас: