Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2019, 10:43

Милли колоритлы тамаша

Радий Хәбиров “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы һәм Семеновск руднигының эшмәкәрлеге менән дә танышты, уларҙың үҫеш перспективалары менән ҡыҙыҡһынды. Заводсыларҙы ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә үткәрелгән “Инвестиция сәғәте”нә лә саҡырҙы. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Баймаҡ һабантуйы ябай байрам түгел. Ул халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлеген, иҫ киткес бай мәҙәниәтен, рухиәтен, йолаларын, атаҡлы тарихын, башҡорттоң булмышын ошо көндәргәсә һаҡлап ҡала алған төбәк байрамы ул. Милләтебеҙҙең мәшһүр йырҙары, бейеүҙәре тыуған, атаҡлы шәхестәре сыҡҡан төйәктә һабан байрамының башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Тап шуныһы менән ул айырыуса ҡәҙерле һәм мәртәбәле ул. Быйылғы һабантуй ҙа милли колоритлы булыуы менән барыһын да хайран итте. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың, туғандаш Илеш, Ырымбур өлкәһенең Плешаново ҡасабаһы, Сорғот ҡалаһынан делегацияларҙың ҡатнашыуы уға оло мәртәбә өҫтәне.

Республика етәксеһе тәүҙә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев оҙатыуында төбәктең тауруда сәнәғәте предприятиеларының эше менән яҡындан танышты, социаль объекттарҙы ҡараны. Ул тәүҙә Таналыҡ ятҡылығында алтын табыу менән шөғөлләнгән предприятиела булды. Әйтергә кәрәк, был ойошманың тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүе хаҡында халыҡ Р.Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәйне. Осрашыу барышында предприятие директоры, беҙҙең эшмәкәрлек экология талаптарына ярашлы алып барыла, быны тикшереүҙәр ҙә раҫлай, тип белдерҙе.
Артабан Радий Фәрит улы ҡаланың Юбилей урамындағы “һаҡаллы” төҙөлөштө ҡараны. Ҡасандыр Хоҡуҡ йорто булараҡ төҙөлә башлаған был объект финанс саралары булмау арҡаһында бына ун ете йыл инде файҙаланыуға тапшырылғаны юҡ. Республика етәксеһе шунда уҡ төҙөлөштө тамамлау өсөн етерлек аҡса бүлергә ҡушты. Киләсәктә унда балалар ижады йорто барлыҡҡа киләсәк, “Кванториум”, түңәрәктәр һәм секциялар эшләйәсәк. Бының өсөн 7,3 млн һум аҡса бүленәсәк. Объектты 2020 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола.
Бынан алты йыл элек төҙөлә башлаған “Труд” стадионында ла эштәрҙе тамамлайһы бар. Төбәк етәксеһе был объект буйынса ла тейешле органдарға күрһәтмә биреп, эште оҙаҡҡа һуҙмай тамамлау бурысын ҡуйҙы.
Радий Хәбиров “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы һәм Семеновск руднигының эшмәкәрлеге менән дә танышты, уларҙың үҫеш перспективалары менән ҡыҙыҡһынды. Заводсыларҙы ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә үткәрелгән “Инвестиция сәғәте”нә лә саҡырҙы.

– Баймаҡ районы беҙгә үтә яҡын һәм ҡәҙерле, – тип билдәләне “Һабантуй-2019” халыҡ байрамында сығыш яһап Радий Хәбиров. – Һеҙҙең төбәк тәбиғәте менән генә түгел, халҡы менән дә матур, күркәм. Бынан йөҙ йыл элек данлы Темәс ауылы республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһы булған. Баймаҡ районы Башҡортостандың социальиҡтисади үҫешендә ҙур роль уйнай, бында эшһөйәр, дәртле, талантлы халыҡ йәшәй. Һабантуй байрамы менән һеҙҙе ысын йөрәктән ҡотлайым, намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Байрам менән!
Республика етәксеһе артабан юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Үҙидара органдарында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Мерәҫ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таңсулпан Хафизова БР Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. “Башҡортостан Республикаһына 100 йыл” миҙалына ауыл хужалығы производствоһы ветерандары Фрунзе Исрафилов, Тәүрәт Йәрмөхәмәтов, Марат Маннапов, Азамат Әлибәков, Хәмит Кәримов, Урал Нәбиуллин, Ғәбит Ямантаев, Гөлшат Йәрмуллина лайыҡ булды.
Район етәксеһе Фәнис Әминев район халҡын, игенселәрҙе, ҡунаҡтарҙы байрам менән ихлас ҡотланы, яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһаны. Фәнис Ғәбдрәшит улы, Баймаҡ районы игенселәре яҙғы сәсеүҙе оптималь сроктарҙа һәм сифатлы итеп атҡарып сыҡты, тип билдәләне. “Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә районда ҙур эштәр атҡарыла, төрлө объекттар файҙаланыуға тапшырыла, ҡалала яңы мәктәп төҙөлә, – тине район башлығы, – бындай оло ярҙамы һәм хәстәрлеге өсөн мин Радий Фәрит улына төбәк халҡы исеменән рәхмәт белдерәм”.
Һуңынан Фәнис Ғәбдрәшит улы намыҫлы хеҙмәттәре өсөн фермер хужалығы етәксеһе Гөлнара Байрамғоловаға, Күлтабан һөт етештереү комплексы директоры Илдус Сабанбаевҡа РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатын, Ленин исемендәге АХК механизаторы Ҡәнзәфәр Гөлбәйетовҡа, “А.Шәрәфетдинов” КФХ-һы механизаторы Радик Латыповҡа, “Толпар” ЯСЙ-һы директоры Илфат Салиховҡа, фермер Айбулат Юнысбаевҡа БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталарын тапшырҙы. Оҙаҡ йылдар Ишмырҙа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләгән Баязит Нурдәүләтов “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” маҡтаулы билдәһенә лайыҡ булды.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов хеҙмәт ярышында еңеүсе баҫыу батырҙарын тәбрикләне. Байрамды артабан ҙур концерт, парад, “Ылаҡ” командаһының һәм ат биатлонының күрһәтмә сығыштары дауам итте.
Тантаналы өлөштән һуң Радий Хәбиров тирмәләрҙә булды, халыҡ менән осрашты, төрлө уйындарҙа ҡатнашты, фотоға төштө. Республика етәксеһе төбәккә эш сәфәренән бик ҡәнәғәт ҡалды, һабантуйға юғары баһа бирҙе. Милли колоритлы тамаша

Тантаналы өлөштән һуң Радий Хәбиров тирмәләрҙә булды, халыҡ менән осрашты, төрлө уйындарҙа ҡатнашты, фотоға төштө. Республика етәксеһе төбәккә эш сәфәренән бик ҡәнәғәт ҡалды, һабантуйға юғары баһа бирҙе.
Читайте нас: