Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2019, 17:25

Уңалмаҫ яралар байрамы

Еңеү... Тыныслыҡты белдергән аяҙ күк йөҙө балҡығанға 74 йыл тулһа ла, Бөйөк Ватан һуғышынан алған яралар һаман да уңалмай әле. Кемдер атай-ҡартатайҙары тураһында хәтерҙе йөрәк түрендә һаҡлаһа, бәғзеләр һаман да хәбәрһеҙ юғалған яҡындарының һуңғы һулыш алған ерен эҙләй...

Эйе, моңһоу ҙа, ғорур ҙа байрам ул – Еңеү көнө. Уға арнап Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙанында үткәрелгән сара сағыулығы һәм йөкмәткеле булыуы менән айырылды. Иң тулҡындандырғыс мәл Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла олатай Әблүзиндың сығышы булғандыр. Ҡәһәрле осорҙо кисергән яугир ябай, әммә үҙәккә үтерлек һүҙҙәрҙе һәр кемдең, айырыуса йәш быуындың, йөрәгенә үтеп инерлек итеп әйтте.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ф.Ғ. Әминев район-ҡалабыҙҙың батырҙарын, баймаҡтарҙың Еңеүгә индергән тос өлөшөн оло ғорурлыҡ менән телгә алды.
Сара барышында Баймаҡ ҡалаһы ла бөтә Рәсәй буйынса үткән бер минутлыҡ тынлыҡ акцияһына ҡушылды. Ә инде туҡтауһыҙ ағылған “Үлемһеҙ полк”ты күреп өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә күҙ йәштәрен тыя алманы. Мәктәптәр, уҡыу йорттары уҡыусыларының хәрби парадта тигеҙ рәт менән үтеүе һәр кемде һоҡландырҙы ла, ғорурландырҙы ла. Бай йөкмәткеле концерт та тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Шулай ҙа, нисәмә йылдар, быуаттар үтһә лә, Еңеү көнө байрам ғына булып түгел, ә Ватан, халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән көслө рухлы быуындың мәңгелек хәтере булып йөрәктәрҙә уйылып ҡалһын ине.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: