Һаҡмар
+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2019, 13:02
Үлеп терелгән яугир
93 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин быйыл Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын ҡаршы алырға әҙерләнә. ә бит ваҡытында уның әсәһенә һәм яҡындарына яугирҙең һәләк булыуы тураһында хат килгән булған...
93 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
Ғәйзулла Әблүзин
быйыл Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын ҡаршы алырға әҙерләнә. ә бит ваҡытында уның әсәһенә һәм яҡындарына яугирҙең һәләк булыуы тураһында хат килгән булған...
Ғәйзулла Мөхәмәт улы
1926 йылдың 5 ғинуарында Байыш ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына ул 1943 йылдың декабрендә китә. Ярты йыл кесе командирҙар әҙерләү курсында уҡый. Беренсе Украина фронтының 6-сы армияһының 395-се дивизияһында хеҙмәт итә. Львов, Польша, Германияның Бреслау ҡалаларын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың апрелендә Бреслау ҡалаһы өсөн барған алышта Ғәйзулла Әблүзиндың янында көслө шартлау яңғырай. Госпиталдә дауаланғандан һуң, яугир хеҙмәт юлын дауам итә. Әммә ауылға уның һәләк булыуы тураһында хәбәр ебәрелә. Был хаҡта яугир үҙе лә белмәй. ”Хәтер” китабында ла Ғәйзулла мөхәмәт улының исеме бар...
Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн батыр яугир II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, Жуков миҙалдары менән наградлана.
Һуғыштан ҡайтҡас, Ғәйзулла Әблүзин бар көсөн ауыл хужалығын үҫтереүгә арнай, намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙана. Бөгөн ул Баймаҡта йәшәй, әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. Күптән түгел абруйлы аҡһаҡал “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып, С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ейәнсәре Диниә менән (һүрәттә) ағас ултыртыуҙа ла ҡатнашты.
А. САЛАУАТОВ.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи