Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2019, 14:47

Водителдәр көс һынашты

Быйыл районыбыҙҙа тәүге тапҡыр мәктәп автобустары водителдәре араһында һөнәри оҫталыҡҡа конкурс үтте. Ярышты район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, дәүләт автоинспекцияһы һәм ДОСААФ ойошмаһы үткәрҙе.

Быйыл районыбыҙҙа тәүге тапҡыр мәктәп автобустары водителдәре араһында һөнәри оҫталыҡҡа конкурс үтте. Ярышты район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, дәүләт автоинспекцияһы һәм ДОСААФ ойошмаһы үткәрҙе.

Конкурс өс этаптан торҙо. Тәүгеһендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм уҡыусыларҙы уҡыу йорттарына алып барыу барышын тикшерһә, икенсеһендә автобусты билдәле фигуралар күрһәтеп йөрөтөп ҡарарға тейештәр ине. Өсөнсө этабы, иһә, тәүге ашығыс ярҙам күрһәтеүгә ҡоролған ине. Бер яҡтан был водителдәрҙең көндәлек эштәре тап ошо ҡағиҙәләргә ҡоролған, икенсе яҡтан жюри алдындағы яуаплылыҡ алдында конкурсанттар тулҡынланып та алғандай булдылар. Мәғариф бүлеге, ДОСААФ, урындағы дауахана хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән ГИБДД ла комиссия ағзаһы булып тора ине.

Конкурс булғас еңеүселәре лә була. Шулай итеп, 1-се урынды Ярат мәктәбе водителе Илдар Дәүләтбаев яуланы. 2-се урынға Сәлимйән Латыпов (Ҡолсора) менән Наил Райманов (Йомаш) лайыҡ булды. 3-сө урынды Мөбәрәк Туйсин (Үрге Таулыҡай), Зөфәр Мырҙағәлин (Ниғәмәт) һәм Рәмил Рәхимов (Ишбирҙе) бүлеште. Ярышта ҡатнашҡан һәр водитель шулай уҡ Почет грамоталары һәм "Аҡбуҙат" автозапчастәр магазинының сертификаттары менән бүләкләнде.
Читайте нас: