Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2019, 15:28

Таулыҡайҙар тыуған ерен йәшелләндерҙе

Таулыҡай ауылы биләмәһендә ике көн рәттән ағас ултыртыу дауам итә.

Таулыҡай ауылы биләмәһендә ике көн рәттән ағас ултыртыу дауам итә. Изге йома көнөндә “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ир-егеттәр ҡоро ҡушылды. Улар 2 мең төп үҫенте ултыртып, тыуған төйәген йәшелләндереүгә тос өлөш индерҙе.
Ирғәле ағай Хөсәйеновты айырым билдәләп үтке килә. Ул тыуған ауылын йәшелләндереү теләге менән ағас ултыртыу эшенә алдан тотондо. Ул Күстәнә тауы буйын үҙенең аҡсаһына кәртәләп алып, ағастар ултыртты. Ирғәле ағайҙың тырышлығы менән киләсәктә Таулыҡай биләмәһендә урман шаулаясаҡ әле. Уның изге эшен Мазһар Салихов та дәррәү күтәреп алды. Ул да үҙ аҡсаһына ерҙе кәртәләп алып, шунда ағастар ултыртты.
27 апрелдә лә Таулыҡайҙа эш гөрләп торҙо. Бар халыҡ берҙәм көс менән ағас ултыртты, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартты.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Читайте нас: