Һаҡмар
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
27 Апреля 2019, 09:51
“Маҡсатыбыҙ – киләсәккә саф һауа бүләк итеү”
“Йәшел Башҡортостан” акцияһына Темәс ауылы халҡы ла дәррәү һәм ҙур теләк менән ҡушылды. Улар матур, ҡояшлы ял көнөндә 4 гектар ергә 20 мең үҫенте ултыртты.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһына Темәс ауылы халҡы ла дәррәү һәм ҙур теләк менән ҡушылды. Улар матур, ҡояшлы ял көнөндә 4 гектар ергә 20 мең үҫенте ултыртты. Өмәгә ауыл биләмәһендәге бар ойошма-учреждениелар, мәктәп уҡыусылары, халыҡ сыҡты. Ағас ултыртыу матур бер байрамға әүерелде. Бар ерҙә күңелле йырҙар, өмәселәрҙең шат тауыштары яңғыраны. Темәстәрҙе район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин тәбрикләп үтте.
Ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы әйтеүенсә, халыҡ “Йәшел Башҡортостан” акцияһына алдан әҙерләнгән. “Беҙҙең маҡсат – урмандарыбыҙҙы тергеҙеү, киләсәк быуынға саф һауа бүләк итеү”,-тине ул. Изге уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, темәстәр!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"