Һаҡмар
-4 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
27 Апреля 2019, 07:43
Баймаҡтар акцияға ихлас ҡушылды
Баймаҡтар акцияға ихлас ҡушылды
Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡ районы һәм ҡалаһы халҡы "Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит!" берҙәм республика акцияһына әүҙем ҡушылды. Бөгөн ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркындаағас үҫентеләре ултыртыуға бөтөн коллективтар сыҡты.
Шуныһы һөйөнөслө, "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ветерандар хәрәкәте әүҙем ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, райондың арҙаҡлы ир-уҙаманы Ғәйзулла Әблүзин, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, был матур саранан ситтә ҡалманы. Ул ветерандар менән берлектә ағас ултыртыуҙа ҡатнашты. "Тыуған Башҡортостаныбыҙ, тыуған Баймағыбыҙ йәшеллеккә күмелһен, Ултырҡан ағастарыбыҙ шаулап үҫһен. Бындай акцияларҙа һәр кемебеҙ ихлас ҡатнашырға, тирә-яҡты йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индереүгә бурыслы. Был изге эшебеҙ киләсәк быуындарға аманат булһын!" -- тине аҡһаҡал.
Әтергә кәрәк, "Йәшел Башҡортостан" акцияһы беҙҙең төбәктә ике аҙна элек старт алғайны. Райондың һәр ауылында ағастар ултыртыу, төҙөкләндереүгә ихлас ҡушылдылар. Мәҫәлән, һуңғы көндәрҙә генә лә Яратта, Сыңғыҙҙа кәртәләп алынған матур аллеялар барлыҡҡа килде. Ошондай бәләкәй парктар тиҙҙән башҡа ауылдарҙа ла барлыҡҡа киләсәк.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"