Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2019, 16:56

Спорт һөйөүсе ғаиләләр

"Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексында "Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе" тип аталған күңелле старттар уйындары булып үтте. Уйында мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.

Был ярыш инвалидтар ойошмаһы отҡан грант аҡсаһына үткәрелде һәм унда 15-тән ашыу ғаилә ҡатнашты. Хәйер, был сараны бары тик ярыш, тип кенә әйтһәң, аҙ һымаҡ була. Бында инвалид балалар йәнә бер тапҡыр үҙҙәренең спорт яғынан көслө булыуҙарын иҫбатланы. Был сара улар өсөн күрешеү, аралашыу һәм күңел асыу сараһына тиң булды.
Был ярышта еңеүсе лә, еңелеүсе лә булманы. Балалар ата-әсәләренең, ә ата-әсәләр балаларының еңеүен теләне. Шуға ла ярышыусы бер ғаилә лә бүләкһеҙ ҡалманы. Ул бүләктәр байрам сараһы иҫтәлеге булып ҡаласаҡ. Күсмә кубок, иһә, Иҙелбаевтар ғаиләһенә эләкте. Башҡа ғаиләләргә "Ҡәләм" магазины етәкселеге әҙерләгән сертификаттар тапшырылды.
Читайте нас: