Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2019, 23:21

Илдә һуғыш булмаһын

Үткән аҙнала районда Рәсәйҙең эске ғәскәрҙәре көнө билдәләнде.

Үткән аҙнала районда Рәсәйҙең эске ғәскәрҙәре көнө билдәләнде.
Ул ”Беҙ үҙебеҙҙең ҡаһармандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ” лозунгыһы аҫтында үтте. Билдәле булыуынса, эске ғәскәрҙә хеҙмәт иткән егеттәр Афғандағы, Чечнялағы, Төнъяҡ Кавказдағы төрлө ҡанҡойоштарҙа ҡатнашҡандар. Мәғәнәһеҙ һкуғыштарҙың эсендә булып ҡайтҡандар. Ғәҙәттә ундайҙар ул йылдарҙағы бәрелештәр тураһында һөйләргә тырышмай. Был аңлашыла ла, йөрәк яраларын ҡабат тергеҙеү менән тиң бит ул.
Ә бына тыныс тормошта улар әүҙем тормош алып баралар. Йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашалар. Былтыр сентябрь айында Баймаҡ районында ла “Хәрби ҡәрҙәшлек” ойошмаһы төҙөлә, уның штабы ДОСААф мәктәбендә ойошторола, әле был ойошмала 100-ҙән ашыу ир‐егет тупланған.
Бындай байрам саралары ябай митингтарҙан ғына тормай, йыл һайын хәрбиҙәр яуҙа һәләк булған дуҫтарының якты иҫтәлеген хәтергә ала. Ҡәберҙәренә сәскә һала, якындарының хәлен белешә. Быйыл кисәге һалдаттар Түбә ҡасабаһында тыуып‐үҫкән, әрме сафына алынып Дағстандың Хасавюрт ҡалаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған өлкән сержант Рөстәм Ғирфановтың әсәһе Алмира менән осраштылар.
Артабан ойошма вәкилдәре Темәскә барып, урындағы музейға инделәр. Музей хеҙмәткәрҙәре экскурсия ойошторҙолар. Унан кисәге һалдаттар спорт ярыштарында көс һынаштылар. Гирь күтәреү, сәпкә атыу, арҡан тартышыу кеүек сәмле ярыштар үткәреп таралышты хәрби ветерандар.
Читайте нас: