Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2019, 12:45

Йәмғиәт ойошмаларының район тормошондағы роле

Ошо көндәрҙә халыҡ ижады үҙәгендә йәмғиәт ойошмаларының “Йәмәғәт ойошмаларының Баймаҡ районы халҡының тормошон яҡшыртыуҙағы өлөшө” тип аталған конференцияһы булып үтте.

Ошо көндәрҙә халыҡ ижады үҙәгендә йәмғиәт ойошмаларының “Йәмәғәт ойошмаларының Баймаҡ районы халҡының тормошон яҡшыртыуҙағы өлөшө” тип аталған конференцияһы булып үтте. Конференцияла район башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның социаль эштәр буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Баймаҡ районы прокуроры урынбаҫары Игорь Муртаев “Ағинәйҙәр”, “Атайсал” ойошмалары, старосталар, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, атайҙар ҡоро, дини берләшмәләре һ.б. ҡатнашты.
Тәүгеләрҙән булып Гөлшат Камил ҡыҙы сығыш яһаны. Ул үҙ сығышында һәр йәмәғәт ойошмаһының башҡарған эше, уларҙың проблемалары һ.б. тураһында һөйләне.
Артабан прокурор урынбаҫары Игорь Муртаев, баш табип урынбаҫары Илдар Бәхтиәров, полицияның өлкән уполномочийы Айнур Абдуллин, имам-мөхтәсиб Хәлил Танһыҡкужин һ.б. сығыш яһаны.
Йәмәғәтселәргә өҫтәүенә райондың эске эштәр бүлеге һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән хеҙмәттәшлек алып барыу зарурлығы белдерелде. Ауылдарҙа алкоголь таратҡандарҙы асыҡлауҙа булышлыҡ ҡылыуҙары һоралды.
“Барыбыҙ ҙа дөйөм маҡсат өсөн аңлашып, кәңәшләшеп, берҙәм эшләгәндә генә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин буласаҡ”, – тине Фәнис Әминев.
Тимәк, райондың йәмәғәт ойошмаларына киләсәктә тағы ла яңы маҡсаттар ҡуйып, ең һыҙғанып эшләргә ҡала.
Читайте нас: