Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2019, 18:38

Урғаҙалар һыулы булырмы?

Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев Урғаҙа ауылында мәғлүмәт төркөмө менән булды.

Билдәле совхоз тарҡалғас, проблемалар ҙа күп бында. Ҡатлы йорттар күптән ремонт күрмәгән, клуб та авария хәлендә, һыу менән тәьмин итеү тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ауыл халҡы үҙен “бер кемгә лә кәрәкмәгән ҡатлам” кеүек хис итә. “Ниңә башҡа ауылдарҙа балалар майҙансыҡтары бар, ә беҙҙә юҡ?” “Дауаханабыҙ ябылып ҡуймаҫмы?” “Ҡасан һыулы булырбыҙ?” кеүек һорауҙарҙы яуҙырҙылар ғына.
Әлбиттә, бындай юҫыҡтағы проблемаларҙы урында ла хәл итергә мөмкин булыр ине. Башҡа ауылдар, ғәҙәттә, “Урындығы башланғыстарҙы яҡлау”, “Уңайлы ҡала мөхите”, “Тыуған урам” кеүек һәм башҡа программаларҙа әүҙем ҡатнаша.
Проблемаларҙы хәл итеү өсөн тәүге аҙымдар яһалды ла инде. БР Ҡоролтайы депутаты Салауат Рәхмәтуллин ярҙамы менән ауыл халҡын һыу менән тәьмин итеү өсөн проект эштәрен башҡарырға 17 миллион самаһы аҡса бүленгән. Шулай уҡ мәҙәниәт усағы булған клуб яңыртыласаҡ һәм балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөләсәк.
Э.Кейекҡужина.
Читайте нас: