Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2019, 18:30

Подъездарға иғтибар бирелә

Күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса республика программаһына ярашлы, быйыл Баймаҡта 20 подъезд төҙөкләндереләсәк. Барлыҡ саралар йылытыу миҙгеле тамамланғас, май айында башланасаҡ. Ошо көндәрҙә ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Хәлил Булатов һәм “УКЖФБ” ЯСЙ-һы директоры Рәмил Байбулатов, күп ҡатлы йорттарҙа булып, подъездарҙың торошо менән танышты, уларҙа йәшәүселәр менән аралашты.

Планға ярашлы быйыл 5 ҡатлы йорттоң – 4, ике ҡатлы ете йорттоң 16 подъезы ремонтланасаҡ. Был йорттар яҡынса 50 йыл элек файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙа яңы тәҙрәләр, ишектәр ҡуйыласаҡ, ингән урындар, майҙансыҡтар төҙөкләндереләсәк. Иң мөһиме – ремонт эштәре тамамланғас, подъездарҙа тәртип, таҙалыҡ булдырыу.
2024 йылға тиклем районда барлығы 302 подъезды төҙөкләндереү ҡарала. Уларҙың яҡынса исемлеге төҙөлгән. Беренсе сиратта иң иҫке йорттарға иғтибар биреләсәк.
Читайте нас: