Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2019, 19:18

Янғында ҡыйыла ғүмерҙәр

24 ғинуарҙа республикала ике ҡот осҡос янғын булды. Унда 4 кешенең, шул иҫәптән 3 баланың, ғүмере өҙөлдө.

24 ғинуарҙа төндә Иглин районының Октябрь ауылындағы Болон урамында бер йортта янғын сығыуы хаҡында хәбәр итәләр. Янғын һүндереүселәр урынға барып етеүгә ут өйҙө ялмап алған була һәм уның ҡыйығы емерелеп төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 38 йәшлек ҡатын, 2013 һәм 2017 йылғы ҡыҙ балалар һәләк була.

Ошо уҡ көндө кискеһен БР буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығындағы кризис хәл-ваҡиғалар менән идара итеү үҙәгенә Учалы районының Беренсе Май ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Утты һүндереүгә шунда уҡ 2 техника һәм шәхси составтан 7 кеше ебәрелә. Ярҙамға Мансур ауыл биләмәһендәге ирекле янғын һүндереү командаһы, полиция, дауахана, электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителә. Тәүге подразделение барып еткәнгә ҡәҙәр үк ут өйҙө тулыһынса ялмап алған була. Үкенескә күрә, бында ла 2017 йылғы бер баланың кәүҙәһе табыла.

Ике осраҡта ла янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.

Хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙгә мөрәжәғәт итәм!

Бер ваҡытта ла өйҙә балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, хатта 5 минутҡа ла! Шырпы һәм ут тоҡандырғыстар, тиҙ тоҡана һәм яна торған шыйыҡсаларҙы, дарыуҙарҙы уларҙың буйы етмәҫтәй ерҙә һаҡлағыҙ. Балаларығыҙға газ һәм электр приборҙарын тоҡандырырға, мейес яғырға рөхсәт итмәгеҙ. Улар менән хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләшегеҙ. Янғын сыға ҡалһа, беренсе сиратта нимә эшләргә кәрәклеген аңлатығыҙ. Шулай уҡ бындай осраҡта шкаф эсенә, карауат йәки ҡаралты аҫтына, башҡа урындарға йәшенергә ярамағанлығын төшөндөрөгөҙ.

Балаларҙың хәүефһеҙлеге – ата-әсәләр ҡулында!

Һәр бала үҙенең йәшәгән урынының адресын белергә тейеш. Уларға тиҙ ярҙам хеҙмәттәренең телефондарын ятлатығыҙ.

Илдар ХӘМИТОВ,

Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары буйынса янғын хәүефен күҙәтеү буйынса дәүләт инспекторы.
Читайте нас: