Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2019, 16:32
Социаль түләүҙәр артты
1 февралдән федераль льготаға эйә булғандар – Бөйөк ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ленинград блокадаһында йәшәүселәр, вафат булған Бөйөк ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтарының, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ғаилә ағзалары, фашист концлагерында тотҡонда булғандар, I, II, III төркөм инвалидтары һәм инвалид балалар, радиацияға дусар булған граждандарҙың айлыҡ аҡсалата түләүҙәре 4,3 процентҡа артты.

«Пенсия фонды идаралыҡтары Башҡортостандың районҡалаларында 318 мең кешенең айлыҡ аҡсалата түләүҙәрен ҡайтанан иҫәпләне. Февралдә улар түләүҙәрҙе арттырылған күләмдә аласаҡ», – тип белдерҙе Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Бер үк ваҡытта федераль льготалыларға социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын күрһәтеүгә йүнәлтелгән аҡсаның суммаһы 1,043-кә арта. 1 февралдән социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы 1121,1 һум тәшкил итә. Шуның 863,75 һумы — бушлай дарыуҙар алыу, 133,62 һумы – дауахана-курорт дауалауы, 124,05 һумы ҡала яны тимер юл транспортында бушлай йөрөү, шулай уҡ халыҡ- ара транспортта дауалау урынына барыу һәм кире ҡайтыу өсөн ҡаралған.
Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?