Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2018, 17:48

Семинар үҙ маҡсатына ирешһен!

Бөгөн бәрәкәтле Баймаҡ ерендә Башҡортостан Республикаһының Урал аръяғы зонаһында урып-йыйыу эштәрен ойоштороу, игенселектең алдынғы технологияларын һәм перспектив ауыл хужалығы культуралары сорттарын ғәмәлгә индереү буйынса “Баҫыу көнө-2018” семинар-кәңәшмәһе үтә. Был, әлбиттә, Урал аръяғының агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәре өсөн бик тә әһәмиәтле һәм мәртәбәле сара булып тора.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Ауыл хужалығы министрлығының даими ярҙамы һәм хәстәрлеге баймаҡтарға агросәнәғәт комплексы өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә, фермерлыҡ йүнәлешен үҫтерергә, киләсәккә яңы өмөттәр менән бағырға мөмкинлек бирә.

Баймаҡ районы игенселәре һәм малсылары һуңғы йылдарҙа үҙҙәренең тармаҡтарын техник һәм технологик яҡтан модернизациялауға ҙур иғтибар бүлә, был үҙенең емештәрен бирә. Бөгөн баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа юғары етештереүсәнле техника арта, предприятиеларҙың рентабеллеге күтәрелә, уларҙың продукцияһы иһә ҙур һорау менән файҙалана.

Баймаҡ районы – Башҡортостандың иң эре ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренең береһе. Сәсеүлек майҙандары, мал һаны буйынса беҙҙең төбәк республикала иң алдынғы урындарҙың береһен биләй. Баймаҡтар республика карауайына йылдан-йыл тосораҡ өлөш индерә һәм лайыҡлы рәүештә “иген фабрикаһы” булып һанала.

Төбәгебеҙҙең потенциалы етерлек, ауыл хужалығының артабанғы үҫеше өмөтлө тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. Семинар уңышлы үтһен, ул үҙ маҡсатына ирешһен, кәңәштәребеҙ берекһен!

И. Ситдыҡов,

район хакимиәте башлығы.

Читайте нас: