Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2018, 18:40

Ирәндектең 100 аҫылташы

Моҡас ауыл биләмәһенең йәштәр ҡоролтайы “Ирәндектең 100 аҫылташы” исемле проект иғлан итә. Ул Моҡас һәм Күсей ауыл биләмәләрендә тыуған шәхестәрҙе асыҡлау һәм исемдәрен мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Положениеға ярашлы, тап ошо ауыл биләмәләренән сыҡҡан, 1917 йылдан алып бөгөнгәсә Башҡортостан Республикаһының үҫешенә тос өлөш индергән 100 шәхес асыҡланасаҡ һәм айырым китап итеп баҫтырыласаҡ. Шәхестәрҙең исемлеге “Башҡортостан” һәм “Һаҡмар” гәзиттәрендә лә донъя күрәсәк. Исемлекте төҙөгәндә юридик һәм физик берәмектәр ҡатнаша ала. Тәҡдим ителгән шәхестәргә ҡарата ходатайство, уның ҡыҫҡаса биографияһы, йәки электрон вариантта мәҡәлә, фотоһы кәрәк буласаҡ. Материал ебәреүсенең телефоны һәм адресы ла күрһәтелә.

Тәҡдимнамәләрҙе 2018 йылдың 1 сентябренә тиклем e-mail: zaliуa.talipоva@уаndex.ru ебәрергә йәки Баймаҡ районы, 1-се Төркмән ауылы, С.Юлаев урамы, 17 адресы буйынса алып килергә кәрәк. Телефон: 8 906 370 81 73.

Зәлиә Бүләкәнова,

йәштәр ҡоролтайы рәйесе.
Читайте нас: