Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль 2018, 16:37

Ғүмер бер генә...

29 июндә Баймаҡ ҡалаһының Гәрәев урамындағы бер хужалыҡта мунса янып китә. 1 июлдә Муллаҡай ауылындағы һарайға ут тоҡана. Ике янғындың да сәбәптәре әле асыҡлана, тикшереү эштәре алып барыла. Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала 222 хәл-ваҡиға теркәлгән. Улар араһында кеше мөлкәтенә ҡул һуҙыу (4), мутлашыу (1), кеше туҡмау (4) осраҡтары ла бар. Йәмәғәт урынында иҫерек килеш тәртип боҙған 54 кеше тотолған. Административ яуаплылыҡҡа 81 кеше тарттырылған. 16 литрҙан ашыу суррогат араҡы тартып алынған.ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл-транспорт ҡағиҙәһен боҙған 300 осраҡ теркәлгән, 10 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 18 водитель “эләккән”.“Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 248 кеше мөрәжәғәт иткән. Үҙәк ҡала дауаханаһына 33 ауырыу килтерелгән. 30 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 24 кеше мөрәжәғәт иткән, 27 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Районыбыҙҙың бер ауылында хеҙмәткә яраҡлы йәштәге бер ир-егет үҙ-үҙенә ҡул һалған ваҡытта ҡотҡарып ҡалына.

29 июндә Баймаҡ ҡалаһының Гәрәев урамындағы бер хужалыҡта мунса янып китә. 1 июлдә Муллаҡай ауылындағы һарайға ут тоҡана. Ике янғындың да сәбәптәре әле асыҡлана, тикшереү эштәре алып барыла.
Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала 222 хәл-ваҡиға теркәлгән. Улар араһында кеше мөлкәтенә ҡул һуҙыу (4), мутлашыу (1), кеше туҡмау (4) осраҡтары ла бар. Йәмәғәт урынында иҫерек килеш тәртип боҙған 54 кеше тотолған. Административ яуаплылыҡҡа 81 кеше тарттырылған. 16 литрҙан ашыу суррогат араҡы тартып алынған.
ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл-транспорт ҡағиҙәһен боҙған 300 осраҡ теркәлгән, 10 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 18 водитель “эләккән”.
“Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 248 кеше мөрәжәғәт иткән. Үҙәк ҡала дауаханаһына 33 ауырыу килтерелгән. 30 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 24 кеше мөрәжәғәт иткән, 27 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Районыбыҙҙың бер ауылында хеҙмәткә яраҡлы йәштәге бер ир-егет үҙ-үҙенә ҡул һалған ваҡытта ҡотҡарып ҡалына.
Читайте нас: