Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2018, 11:19

12 июнь – Рәсәй көнө

Берҙәмлек һәм ғорурлыҡ көнө

Хөрмәтле Баймаҡ районы халҡы!

Бар йөрәктән һеҙҙе Ватаныбыҙҙың төп дәүләт байрамы – Рәсәй көнө менән ҡотлайым! Илебеҙҙең һәр кешеһе өсөн был көн берҙәмлек һәм ғорурлыҡты белдерә. Беҙ бар күңелдән Тыуған илде яратабыҙ, тыуған яғыбыҙҙы, уның тарихын хөрмәт итәбеҙ, уның хәҙергеһе һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тоябыҙ. Беҙ илһөйәрлек һәм гражданлыҡ традицияларына тоғро ҡалабыҙ, күп милләтле халҡыбыҙҙы берләштергән рухи ҡиммәттәргә өлгәшәбеҙ. Илебеҙ граждандары көндәлек тырыш хеҙмәте менән Ватандың иҡтисадын нығытыуға үҙ өлөшөн индерә. Беҙ бергәләшеп ҡаҙаныштарыбыҙҙы тағы ла үҫтерә алабыҙ.

Был байрам иртәнге көнгә ышаныс тыуҙырһын, илебеҙ мәнфәғәтенә башҡарған бар уңыштарыбыҙҙың нигеҙенә әүерелһен. Ысын күңелдән барығыҙға ла ҙур бәхет, кәйеф күтәренкелеге, бар башланғыстарығыҙҙа уңыштар, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!

И. Ситдыҡов,

район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: