Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2018, 23:32

Яугирҙәр табылды

“Рәсәй ветерандар берлеге”нең Ҡырым төбәк бүлексәһе 1941-1945 йылдарҙа Ҡырым Республикаһы ерҙәрендә хәбәрһеҙ юғалған булып иҫәпләнгән һалдаттарҙың туғандарын эҙләй.

“Рәсәй ветерандар берлеге”нең Ҡырым төбәк бүлексәһе 1941-1945 йылдарҙа Ҡырым Республикаһы ерҙәрендә хәбәрһеҙ юғалған булып иҫәпләнгән һалдаттарҙың туғандарын эҙләй. Әлеге көндә уларҙың ерләнгән урыны табылды:

Анксяков Владимир Евдокимович, гвардия рядовойы, 1920 йылғы. 1944 йылдың 22 мартында һәләк булған. Әсәһе Ансукова Варвара Федоровна. Йылайыр районының Саратов хуторында йәшәгәндәр,

Васильев Николай Григорьевич, кесе лейтенант, 1923 йылғы. 1944 йылдың 28 февралендә һәләк булған. Йылайыр районының Йылайыр ауылында йәшәгән,

Ишбирҙин Сабир, рядовой, 1909 йылғы, 1944 йылдың 24 ғинуарында һәләк булған. Ҡатыны – Ишбирҙина Фәриҙә. Баймаҡ районында йәшәгән, Аджи-Мушкайҙа ерләнгән.

Әгәр һанап үтелгән кешеләр араһында туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ булһа, 297503, Ҡырым Республикаһы, Симферополь районы, Мирное ауылы, Железнодорожный тыҡрығы, 4-се йорт адресы буйынса йәки Баймаҡ хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34751) 3-16-11.
Читайте нас: