Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2018, 17:25

8 июнь – Социаль хеҙмәткәр көнө

Хөрмәтле Баймаҡ районының социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Хөрмәтле Баймаҡ районының социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!


Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Социаль хеҙмәткәр көнө менән ҡотлайым!

Был өлкәләге учреждениеларҙың эшмәкәрлеге мөһим дәүләт социаль сәйәсәтен хәл итә. Баймаҡ районы социаль хеҙмәткәрҙәре ярҙамға мохтаж булған кешеләр тураһында хәстәрлек күргән программаларҙы тормошҡа ашыра, күп балалы ғаиләләр, үҫмерҙәр һәм балалар, ветерандар, оло кешеләр, һаулығы сикләнгән кешеләр иғтибарға алына. Һеҙгә ысын күңелдән сабырлығығыҙ, рух күтәренкелеге, кешеләргә өләшкән йөрәк йылығыҙ өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең белемегеҙ, тәжрибәгеҙ, шәфҡәтлелегеҙ, миһырбанлылығыҙ киләсәктә лә йәмғиәт өсөн файҙалы булған эшегеҙҙә ярҙам итһен. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, районыбыҙ халҡы мәнфәғәтенә уңышлы эштәр теләйем!

И. Ситдыҡов, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: