Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2018, 17:07

"Республиканы асып"

Яңылыҡтар

Хеҙмәтте һаҡлау айлығы бара


Йыл да 1 апрелдә хеҙмәтте һаҡлау айлығы иғлан ителә. Был осорҙа производствола травма алыу һәм профессиональ ауырыуға дусар булыуҙы иҫкәртеү, етәкселәргә хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын булдырыу буйынса яуаплылыҡ өҫтәү йәһәтенән тейешле саралар ойошторола. Шулай уҡ хеҙмәт ҡануниәттәрен күҙәтеү, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға бәйле эштәр башҡарыла.

Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияның ултырышы үтте. Уның менән комиссияның координаторы, район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин етәкселек итте.

Ултырышта эшҡыуарлыҡ, предприятиеларҙа травма алыуҙы иҫкәртеү, хеҙмәтте һаҡлау, эш хаҡын арттырыу, хеҙмәт ҡануниәттәрен күҙәтеү мәсьәләләре ҡаралды. Һуңынан өс яҡлы комиссияның составына үҙгәреш индерелде. Ултырыш һуңында ҡаралған мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.

20 апрелдә хеҙмәт мөнәсәбәттәренә бәйле “Ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны эшләйәсәк. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса 3-29-65 телефоны аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.




Төркмәндәр ҡышты оҙатты


Төркмән мәктәбендә Наурыҙ байрамы үтте. Ҡоймаҡ күргәҙмәһе өсөн 11 класс 11 өҫтәл әҙерләгән һәм бөтә өҫтәлдәр ҙә төрлө рецепттар буйынса бешерелгән ҡоймаҡтар менән туп-тулы ине. Ә ҡоймаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ: хатта ҡоймаҡтан торт, желе эшләргә лә баштарына еткән!

Мәктәп уҡытыусылары ҡышты оҙатып яҙҙы ҡаршылау, йәғни Наурыҙ байрамының килеп сығыу тарихы менән таныштырҙы. Бигерәк тә ҡарасҡы яндырыу уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы булды. Ә инде
Читайте нас: