Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Февраля 2018, 08:26
Яңылыҡтар
мәшһүр ҡурайсы хөрмәтенә,ғашиҡтар көнөнә арналды,ғаиләләр ярышты,хәтер – мәңгелек.
Добавить в предпочтительные источники Google
мәшһүр ҡурайсы хөрмәтенә
Яҡташыбыҙ, мәшһүр ҡурайсыларҙың береһе, педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужиндың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы 27 февралдә Темәс мәҙәниәт йортонда уның Хәтер кисәһе үтә. Сарала арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Юлай Ғәйнетдинов, Иҙел Аралбаев һәм виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев ҡатнаша. Кисә сәғәт киске 7-лә башлана. Бөгөн киске сәғәт 5-тә БСТ каналында Әҙеһәм Исҡужин тураһында тапшырыу күрһәтеләсәк.
ғашиҡтар көнөнә арналды
С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында йәштәр өсөн Ғашиҡтар көнөнә арналған байрам ойошторолдо. Унда 3-сө мәктәп уҡыусылары флешмоб күрһәтте. Изге йолаға әүерелгән йөрәк формаһындағы шарҙарға ут ҡабыҙып, теләктәр теләй-теләй һауаға осороу акцияһы быйыл да иң серле мәл булды. Был һауа шарҙарын һатыуҙан килгән аҡса Урғаҙа ауылында йәшәүсе Әлиә Ҡолмөхәмәтова исемле инвалид баланың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтеләсәк.
ғаиләләр ярышты
Күсей мәктәбендә Ғаилә йылына арналған “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” сараһы үтте. Ҡатнашыусыларҙы мәктәп директоры Ҡ.Ш. Уйылданов тәбрикләне. Ярышты физкультура уҡытыусыһы Ә.Ш. Фәйзуллин сәмле итеп алып барҙы. Биш команда араһынан Дилбәр һәм Хәмзә Сәфәрғәлиндарҙың ғаиләһе еңеү яуланы. Афарин!
хәтер – мәңгелек
Мерәҫ ауылы китапханасыһы Дилбәр Яхина мәктәп уҡыусылары менән “Шанлы Афған тауҙары” исемле әҙәби кисә үткәрҙе. Сара барышында Алыҫ Көнсығышта барған яуҙа ҡатнашҡан совет һалдаттары, уларҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында бәйән ителде. Яугирҙәргә бағышланған шиғырҙар, йырҙар башҡарылды.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"