Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Февраля 2018, 08:21
Башҡорттар ҡор йыя
20 февралдә сәғәт 10-да Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә район башҡорттарының ҙур йыйыны үткәрелә.
Добавить в предпочтительные источники Google
20 февралдә сәғәт 10-да Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә район башҡорттарының ҙур йыйыны үткәрелә. Унда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының үткән осорҙағы эшенә йомғаҡ яһаласаҡ, милләтебеҙ алдында торған мөһим мәсьәләләр тикшереләсәк.
Йыйындың эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты вәкилдәре, район хакимиәте етәкселеге ҡатнаша. Ҡорға урындарҙан һайланған делегаттар һәм ҡоролтай рәйестәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл старосталары, “Ағинәйҙәр” һәм “Атайсал” клубтары рәйестәре, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары, мәктәп директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусылары, китапхана, мәҙәниәт йорттары мөдирҙәре, имам-хатиптар, учреждение етәкселәре саҡырыла.
Сара барышында район халыҡ ижады үҙәгенең икенсе ҡатында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тарихи күргәҙмә эшләйәсәк, беренсе ҡатында иһә “Башҡорт китабы” магазины З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең продукцияһын тәҡдим итәсәк. Буфет эшләйәсәк.
Ойоштороу комитеты.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"