Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2017, 13:30

Административ комиссияла

27 октябрҙә район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән административ комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Унда барлығы 53 эш ҡаралды. Административ комиссия алдына башлыса берәҙәк мал хужалары һәм ғаиләһендә тауыш күтәреүселәр баҫты. Ултырышты комиссияның яңы рәйесе Хөснөтдин Хөснулла улы Әминев алып барҙы.

27 октябрҙә район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән административ комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Унда барлығы 53 эш ҡаралды. Административ комиссия алдына башлыса берәҙәк мал хужалары һәм ғаиләһендә тауыш күтәреүселәр баҫты. Ултырышты комиссияның яңы рәйесе Хөснөтдин Хөснулла улы Әминев алып барҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа, баҫыуҙарҙа эш бөттө, тимәк, малды көтмәйенсә иркенгә ебәрергә мөмкин, тип хата фекер йөрөтөүселәр ҙә бар. Һөҙөмтәлә, Баймаҡ ҡалаһы, Әбделкәрим, Аҡморон, Бикеш, Билал, Ишмөхәмәт, Мерәҫ, Сибай, Таулыҡай, Татлыбай, Йылайыр, Түбә ауыл биләмәләрендә йәшәүселәрҙең ҡайһы берәүҙәре БР-ҙың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодекстың 7.3-сө статьяһы буйынса яуапҡа тарттырылды.
Халыҡ башлыса йылҡыларын ҡарауһыҙ ҡалдыра, йәиһә көтөүселәр уларҙы үҙҙәре күҙ уңынан ысҡындыра. Һөҙөмтәлә, мал ысынында ла “иреккә” сығып китә. Ҡайһы берәүҙәре юл-транспорт фажиғәһенә сәбәпсе була ла инде. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһында, Өмөтбай һәм Иҫке Сибай ауылдарында тап ошо берәҙәк мал арҡаһында авариялар теркәлгән. Ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Ләкин эш бының менән генә тамамланмай әле. Аварияларҙа мал арҡаһында зыян күреүселәр судҡа ла ғариза яҙған. Тимәк, малдарын ҡарауһыҙ сығарып ебәргәндәре өсөн мал хужалары, административ штрафтан тыш, зыян күләмен дә ҡапларға мәжбүр буласаҡ. Шулай итеп, БР-ҙың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодекстың 7.3-сө статьяһына ярашлы, малдарын ҡарауһыҙ сығарып ебәреүселәргә ҡарата төҙөлгән 30 эш буйынса 55 мең һум штраф һалынды.
БР-ҙың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодекстың 13.8-се статьяһы буйынса 22 граждандың эше ҡаралды. Ғаиләләрендә тауыш күтәреүселәргә ҡарата барлығы 3200 һум штраф һалынды.
Төнгө тынлыҡты боҙған бер граждан БР-ҙың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодекстың 13.5-се статьяһы буйынса яуапҡа тарттырылды. Ул 3 мең һум штраф түләйәсәк.
Лилиә Такаева.
Читайте нас: