Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2016, 13:25

Силәбенән еңеү менән

Силәбе ҡалаһында шашка буйынса IV Бөтә Рәсәй беренселеге үтте. Унда Иркутск, Ҡурған, Свердловск өлкәләре, Башҡортостан, Бүрәт, Саха-Яҡут республикаларының ауыл мәктәптәренән 120-нән ашыу уҡыусы көс һынашты. Башҡортостан намыҫын Баймаҡ районы вәкилдәре яҡланы. Ярат ауылынан 10 йәшлек Мәҙинә Мырҙабулатова йәшен тиҙлегендә һәм тиҙ йөрөшлө программала алтын миҙал, ә Беренсе Төркмән ауылынан 8 йәшлек Илнар Ҡолмөхәмәтов бронза миҙал яуланы. Бөрйәнйылғанан Наҙгөл Үлйәбаева 4-се урынды алып, иң яҡшы биш шашкасы исемлегенә инде. Йәш спортсыларҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: