Һаҡмар
+22 °С
Облачно
Антитеррор

Матурлыҡ донъяһында

Буранбай ауылында йәшәүсе Яңылбикә һәм Азат Ғөбәйҙуллиндар баҡса үҫтергә ярата...

Ауылыбыҙҙың уңған, хеҙмәт һөйөүсән ғаиләләренең береһе — Азат һәм Яңылбикә Ғөбәйҙуллиндар. Ишек алдына аяҡ баҫыу менән таҙалыҡ, тәртип һәм матурлыҡ донъяһына килеп инәһең. Баҡсаһында бер сүп тапмаҫһың, ишек төбөнән алып баҡсаның икенсе осона тиклем ҡул менән һыпырып ҡуйғандай таҙа!Ғөбәйҙуллиндар — үҙҙәренең донъяһын,тыуған ерен ихлас яратҡан,һәр эшкә йән өрөп ҡараған ғаилә.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, йортоғоҙға ҡот-бәрәкәт, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ! Ишек алдығыҙ һәр саҡ ошондай матурлыҡ менән балҡып торһон, үҙегеҙ һау- сәләмәт булығыҙ.

Гүзәл Әминева, Буранбай ауылының мәҙәни ойоштороусыһы.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас