Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор

Ҡыуаттарҙың изге эше

Ҡыуаттарҙың изге эше "Көҙ көнө ауылда йыйылыш үтте. Унда зыярат ҡоймаһын яңыртып кәртәләргә һәм яҡын-тирәһендәге ҡолап ятҡан ҡороған ағастарҙы ҡырҡып таҙартырға, тигән ҡарар ҡабул ителгәйне. Шул ҡарарҙы үтәп ҡуйырға булдыҡ. Эшебеҙ ыңғай булһын", - тине Ҡыуат ауылы  старостаһы Шәһит Сыбарғошов. Ғинуарҙан март айына тиклем аҡса йыйып, материал алырға булдыҡ. Сығымдарға ҡарап, бәлки, ал яғын ғына, бәлки, яртыһын кәртәләп булыр, тип уйлаһаҡ та, әүҙем, берҙәм  ауылдаштар һәм ошонда тыуып, ситтә төпләнгәндәрҙән бер миллион тирәһе аҡса йыйылды. Шуға күрә тимер ҡойма алырға хәл итте ауыл халҡы. Май айы башындағы ял көндәрендә өмә иғлан ителеп,  беренсе көндән үк күп кеше килде. Ҡәберлектәрҙең биләмәһен, тирә-яғын таҙалағандан һуң,  кәртәләү эше башланды. 3-5 майҙа көндәрендә көн һайын кәмендә 30-шар кеше килеп,  ул эште тамамлап та ҡуйҙыҡ. Өмәнән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы. Улар эшсе ир-егеттәрҙе көнөнә ике тапҡыр йылы аш, ҡайнар сәй менән һыйланы"... Тулыраҡ, сайтта:

Ҡыуат ауылы хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Текә булмаған ғына тауға менгәс тә ауылдың күркәмлеге күҙгә ташлана. Бер яҡтан,  Һаҡмар йылғаһы уратып аҡһа, икенсе яҡтан уны ҡаяташтар теҙмәһе уратҡан, әйтерһең дә, икеһе лә ауылды устарына алған. Ә ҡарағай, тирәк, ҡайын урманы - йылғаның тоғро һаҡсылары. Йырҙарҙа йырларлыҡ, шиғыр, поэмалар ижад итерлек хозур ер ул беҙ йәшәгән төбәк.

Тик ауылда йәштәр төпләнмәгәнлектән, кеше һаны йылдан-йыл әҙәйә барыуы үкенесле. Әммә ауыл халҡының берҙәм, әүҙем булыуы ҡыуандыра. Ауылда ниндәй генә төҙөкләндереү эше, экологик өмә үтһә лә, улар ихлас ҡатнаша. "Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлеләрҙең ҡәберен бел," тигәндәй ошо көндәрҙә урындағылар изге эш башҡарҙы.

"Көҙ көнө ауылда йыйылыш үтте. Унда зыярат ҡоймаһын яңыртып кәртәләргә һәм яҡын-тирәһендәге ҡолап ятҡан ҡороған ағастарҙы ҡырҡып таҙартырға, тигән ҡарар ҡабул ителгәйне. Шул ҡарарҙы үтәп ҡуйырға булдыҡ. Эшебеҙ ыңғай булһын", - тине Ҡыуат ауылы  старостаһы Шәһит Сыбарғошов. Ғинуарҙан март айына тиклем аҡса йыйып, материал алырға булдыҡ. Сығымдарға ҡарап, бәлки, ал яғын ғына, бәлки, яртыһын кәртәләп булыр, тип уйлаһаҡ та, әүҙем, берҙәм  ауылдаштар һәм ошонда тыуып, ситтә төпләнгәндәрҙән бер миллион тирәһе аҡса йыйылды. Шуға күрә тимер ҡойма алырға хәл итте ауыл халҡы. Май айы башындағы ял көндәрендә өмә иғлан ителеп,  беренсе көндән үк күп кеше килде. Ҡәберлектәрҙең биләмәһен, тирә-яғын таҙалағандан һуң,  кәртәләү эше башланды. 3-5 майҙа көндәрендә көн һайын кәмендә 30-шар кеше килеп,  ул эште тамамлап та ҡуйҙыҡ. Өмәнән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы. Улар эшсе ир-егеттәрҙе көнөнә ике тапҡыр йылы аш, ҡайнар сәй менән һыйланы.

Ҡалған аҡсаға юл буйы ситен кәртәләп, шыршы ағастары ултыртыу, 3 урында ял итеү урындарын булдырыу, Һаҡмар йылғаһы аша ике урында баҫманы йүнәтеү, насос станцияһы биләмәһен, ауыл малының көтөү  ерен кәртәләргә ниәтләне ҡыуаттар. Шулай уҡ ауылдаштар йыйынын үткәрергә лә ине. Дөйөм алғанда, эшләйһе эштәр, үткәрәсәк саралар күп әле.

Һүҙемде йомғаҡлап, зыярат кәртәләү эшенә аҡса күсереүселәргә, өмәлә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Уларға именлек, һаулыҡ, бәрәкәтле тормош теләйем.

Ауылды төҙөкләндереү маҡсатында әле лә аҡсалата ярҙамдар килеп тора, шуныһы ҡыуаныслы. Был хәбәрҙе ишетеп, ауылдан сыҡҡан күпме быуын яҡташтарҙың нәҫелдәре ярҙам ҡулын һуҙҙылар. Ошо Ҡыуат зыяратында ятҡан әруахтар риза булһындар. Аллаһы Тәғәлә сауаптарын насип итһен. Һәр саҡ эшегеҙ уң, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ.

Нәзилә Байғужина.

Әбделкәрим ауылы китапханасыһы.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас