Мәктәп – тыуған ер йылыһын биреүсе, бала саҡ, үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы һәм һәр саҡ һине ололап ҡаршы алыусы изге йорт ул. Белем усағын тамамлап, оҙаҡ йылдар үткәс, класташтар менән осрашыу – иң ҡыуаныслы, тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе ул. Күптәр ошондай осрашыуҙарҙы көтөп ала, туған мәктәбенә, белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусылары һәм һабаҡташтары янына ашыға.
Йомаш урта мәктәбен 2001 йылда тамамлаусылар ҙа биш йыл һайын осрашыу үткәреүҙе матур йолаға әйләндергән. Улар ошондай осрашыу ваҡытында ауылды төҙөкләндереү маҡсатында ниндәйҙер изге эш башҡарып, ауылдаштарын ҡыуандыра. Татыу, уңған һәм тырыш һабаҡташтар 2021 йылда мәктәпте тамамлауға 20 йыл тулыу айҡанлы ауылға ингән ерҙә "Сығарылыш - 2001" аллеяһы булдырғайнылар. Әле унда ауылды йәмләп, ағастарҙың матур итеп үҫеп килеүе ҡыуандыра.
Быйыл инде мәктәпте тамамлауға 25 йыл була. Ошо айҡанлы класташтар оҙаҡ йылдар ауылда баш ветеринар булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Заһир Иҫәновтың тәҡдиме менән элекке ветеринария биләмәһе янында үҫкән сирень ағастарын кәртәләргә булды. Ысынлап та, ҡасандыр кәртәләүҙә булып, ветеринарҙар тәрбиәләгән был ағастарҙы мал тапап, күҙ алдында матурлыҡ юҡҡа сыға ине. Быны аңлаған һабаҡташтар өмә үткәреп, ағастарҙы кәртәләп тә ҡуйҙы. Был сауаплы эштә Артур, Арслан һәм Даян Иҫәновтар, Иштуған Биктимеров әүҙемлек күрһәтте. Өмәгә Заһир һәм Батырйән Иҫәновтар, Миңлебай Собханғолов та ҡушылды. Үҙҙәре була алмаһалар ҙа, ситтә йәшәгән класташтар ҙа матди ярҙам күрһәткән.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Киләсәктә был сирендәр үҙҙәренә ярҙам иткән дуҫтарына рәхмәт әйтеп, шау сәскәгә күмелеп, ауылға йәм, күңелдәргә дәрт биреп ултырыр.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.