Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор

"Ҡарҙан аҡса эшләнек"

Һәмән ағинәйҙәре ауылда үткән мәҙәни сараларҙа, экологик өмәләрҙә  әүҙем ҡатнаша. Ошо көндәрҙә Фәһимә Һибәтуллина етәкселегендә ойошма ағзалары: Гөлгөнә Асҡарова, Тәнзилә Мурзина, Гүзәл Танһыҡҡужина, Рәмилә Әминева, Илүзә Аҡназарова кеүек әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар «Ҡаран» ҡоҙоғон (халыҡса «Зөһрә ҡоҙоғо» тип йөрөтөлә) буяны. Берҙәмлектә - көс, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Күмәк көс менән ҡоҙоҡ сағыу төҫкө буялып, яңы һулыш алды.

«Былтыр район башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Сылтыр шишмә» конкурсында ҡатнашып, икенсе урын алғайныҡ. Бирелгән  аҡсалата премияға һәмәндең әүҙем ир-егеттәре әлеге ҡоҙоҡто кәртәләп алды. Ә «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары Яңы йыл байрамы уңайынан районда иғлан ителгән боҙҡаласыҡ эшләү конкурсында ҡатнашып, уларға ла аҡсалата премияға лайыҡ булды. Финанс ярҙамға улар ике ҡоҙоҡтоң рәшәткәләрен буярға ҡарар итте. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Һөҙөмтәлә, ҡоҙоҡтар яңынан балҡып, ауылдың йәме булып китте», - тине Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова.

Ойошма ағзалары эштәренән ҡәнәғәт булып, "Ҡарҙан аҡса эшләп, ике ҡоҙоҡто ла матурайттыҡ" - тип ҡыуанып ҡайтты.

Ауыл яҙмышына битараф булмаған «Ағинәйҙәр» гә «афарин», тиергә генә ҡала. Һәр саҡ әлегеләй дәртле һәм әүҙем булып ҡалығыҙ!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас