Ҡар яуып, көндәр һыуынһа ауылда мал аҫраусылар үҙҙәре көткән малдарын һуғымға һуя. Бер-береһенә ярҙамлашып ир-егеттәр һуйһа, ҡатын -ҡыҙҙар эсәген таҙартып, йыуып, тултырма, ҡаҙы эшләй. Аллаға шөкөр, йыл да өмәләр гөрләп үтеп тора. Көткән малдарыбыҙ, үҙебеҙгә яҙып, имен-һау тотонорға яҙһын. Йәшәһен ауылдар! Иң мөһиме, йорт-илебеҙ тыныс булһын!