Район хакимиәт башлығы ауылдар халҡы менән осрашты

Кисә район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һәм төрлө өлкә белгестәре Таулыҡай һәм Беренсе Этҡол ауыл биләмәләренә ҡараған ауылдар халҡы менән осрашты. Йыйылышта ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙарын бирҙе, уға яуаптар алды...

"Сыңғыҙ ауылы клубында район хакимиәте башлығы Иҙрисов Азамат Сәфәрғәле улы халыҡ менән осрашыу үткәрҙе. Ябай, халыҡсан, күҙгә-күҙ ҡарашып, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, ҡара-ҡаршы ултырып аралашыу ҡатнашыусыларға бик оҡшаны. Азамат Сәфәрғәле улы ауылдың төҙөк, таҙа булыуын телгә алып, бында эшсән, берҙәм халыҡ йәшәйҙер тип уйлайым тип, һоҡланыуын белдерҙе.
Ауылдың глобаль проблемалары менән ир-егеттәр ҡоро исеменән Усманов Нур Мортаза улы сығыш яһаны. Ҡайһы бер проблема осрашыу барышында уҡ хәл ителде.
Йыйылышҡа килгән һәр кем үҙен борсоған һорауҙарға ыңғай яуап алды, шәхси һорауҙары менән дә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды.
Киләсәктә лә ошондай осрашыуҙар мотлаҡ буласаҡ, тип вәғәҙә биреп хушлашты Азамат Сәфәрғәле улы", - тип хәбәр итә ауыл китапхангасыһы Зәлиә Уразбаева.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас