+20 °С
Болотло
Кисә Ғәҙелбай ауылы клубында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һәм төрлө ойошма вәкилдәре Беренсе Этҡол биләмәһе халҡы менән осрашты.
Йыйылышта ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Йәнбирҙин эшләнгән эштәр тураһында сығыш яһаны, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты. Ауыл халҡы фельдшер кәрәклеге, юл мәсьәләһе буйынса, берәҙәк эттәр тураһында һорауҙар борсоуын белдерҙе. Ҡайһы бер проблемалар осрашыу барышында уҡ хәл ителде, ҡайһылары һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Осрашыуға килгән һәр кем үҙен борсоған һорауҙарға ыңғай яуап алды, шәхси һорауҙары менән дә мөрәжәғәт итеүселәр булды.
Киләсәктә лә ошондай осрашыуҙар мотлаҡ буласаҡ тип белдерҙе сара һуңында Азамат Сәфәрғәле улы.