Һуғым һуйыу - борондан килгән һәм бөгөн еренә еткерелеп үтәлә торған йолаларҙың береһе. Уңған хужа-хужабикәләр ҡош-ҡорттарын көҙҙөң тәүге айҙарында эш итһә, һуғым өмәһен, ғәҙәттә, көндәр һыуынғас, декабрь айында үткәрәләр.
Әле ауылдарҙа күңелле мәшәҡәт - һуғымдар башланды. Ошо көндәрҙә Фидәлиә һәм Фәиз Байегетовтар Таулыҡай ауылында өмә үткәрҙе. Ярҙамға улар туғандарын, күршеләрен әйтте. Ир-аттар тиҙ арала үҙҙәренә тәғәйен эште башҡарһа, уңған ҡатын-ҡыҙҙар малдың эс-ҡарынын яҡшылап таҙартты, аҙаҡ бешекләне. Артабан күп итеп тәмле тултырмалар эшләне. Берҙәмлектә - көс, тигәндәй, күмәк көс менән эш бик тиҙ һәм ыңғай булды.
Кисен, матур йолаға ярашлы, өй хужалары өмәселәрҙе киске ашҡа әйтте. Һәр кемгә мул итеп иттән өлөш, бишбармаҡ, ҡоротло һурпа таратылды.
"Һуғымығыҙ һимеҙ булған, ите татлы булған. Именлек-һаулыҡта, теүәллектә ҡыуанып ашарға яҙһын", - тигән изге теләктәрен еткерҙе табынға йыйылыусылар. Рәхәтләнеп аралашып, хәтирәләргә бирелеп, йорт-илдең тыныс булыуын теләп, матур табын өсөн Байегетовтарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп таралышты өмәселәр ҡунаҡтан.