"Ниһайәт, башлаған эшебеҙҙең, йәғни мәктәп территорияһын кәртәләүҙең осона сыҡтыҡ. Быны беҙ "Сәләмәт ауыл"конкурсында ҡатнашып икенсе урынға бирелгән финанс ярҙамға эшләнек. Проект сиктәрендә ауыл халҡы менән төрлө саралар, өмәләр үткәреп, уларҙы гәзит биттәрендә яҡтыртып барып, шулай уҡ "Һаҡмар" гәзитенә әүҙем яҙылып, шишмәләрҙе кәртәләп бик күп эштәр башҡарған инек.
Мәктәп яны ихатаһын кәртәләүгә, бирелгән 60 мең һум аҡсаны һәм былтыр зыярат кәртәләүҙән ҡалған 35 меңде тотондоҡ.
Бер нисә көн дауамында барған өмәлә әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ ир-егеттәргә: аталы-уллы Рәүф һәм Айбар Ҡасҡыновтарға, Радмир, Дамир, Заһир Рашевтарға, баштан аҙағына тиклем йөрөүсе, булған материалды үҙенең яғыулығы менән ташыусы Рәис Йортбәковка, штакетник быстырып алып ҡайтыусы Динар һәм Рәзиф Ғәлиндарға, эш ҡоралдары менән тьәмин итеүсе Азамат Рысбаевҡа, генератор менән ярҙам итеүсе Рәсих, Фәйзрахмән ағай Йорбәковтарға, техника менән ҡый түгеүҙә ярҙам итеүсе Әҡсән Ғәлинға, Мөрит, Рафик Ҡасҡыновтарға, Нурйән Иҫәнғоловҡа, Азамат Йәрмөхәмәтовҡа, Вәкил, Радик Дәүләтбаевтарға, Илдар Яйыҡбаевҡа, Мансур һәм Илнур Йәндәүләтовтарға, Руслан Ямгуровҡа, Мөдәрис һәм Илгиз Әхмәтовтарға, Рәмил Мурзинға һәм дә беҙгә кәңәштәрен биреүсе Әмир олатай менән Мөхитдин ағайҙарға, Баймаҡта йәшәһә лә бағана ,аҡса менән ярҙам итеүсе Рәфил Йортбәковҡа, шулай уҡ бағымсылыҡ күрһәтеүсе егеттәребеҙ Илгиз Әхмәтовҡа, ауылыбыҙҙың имам-хатибы Илнур Йәндәүләтовҡа һәм ошо эшкә үҙ өлөшөн индереүсе һәр кемгә ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Егеттәрҙең ямғыр тимәй,һыуыҡ тимәй тырышып эшләүе ҙур маҡтауға лайыҡ. Һеҙгә һаулыҡ, ғаилә ҡыуанысы, бәхетле ҡартлыҡ насип булһын.
Ошолай ойошҡанлы өмәләр булғанда ауылыбыҙ тағы ла матурайыр, тигән өмөттәбеҙ. Тик илебеҙҙә тыныслыҡ ҡына урынлашһын!" - тип хәбәр итә Ғәҙелбай ауылының клуб мөдире Гөлшат Ғәлина.