Нисек йәшәйһең, ауыл?
22 Ноября 2025, 17:09

Ҡаҙ өмәһе

Ишейҙә матур йола - ҡаҙ йолҡоу өмәһе үтте.

"Сәләмәт ауыл-2025" проекты сиктәрендә Ишей ауылында көн һайын тиерлек төрлө саралар үтә. Ошо көндәрҙә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары Зәйтүнә һәм Сөләймән Ғәрифуллиндар ғаиләһенә ҡаҙ йолҡоу өмәһенә барҙы. Оҫтабикәләр тиҙ арала ҡаҙҙарҙы таҙартып та ҡуйҙы.
"Ғәрифуллиндар оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тырышып донъя көтә. Кәртә тултырып мал-тыуар, йәйен күп итеп ҡош- ҡорт аҫрайҙар. Киләһе йылда ла , ҡаҙҙарығыҙ күп булһын, имен-һау ашарға яҙһын, Алла бирһә!
Халҡыбыҙҙың быуындан- быуынға күсә килгән йолалары дауам итһен!" - тине ауыл клубы мөдире Миңзифа Ишдәүләтова. Амин, шулай булһын!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас