Түбәнге Иҙрис ауылы мәҙәниәт йортонда Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Ҡолсора, Муллаҡай ауылында йәшәүсе, ғүмерҙәрен ауыл хужалығы тармағына бәйләүселәр ҡатнашлығында матур сара үтте. Кисәне мәҙәни ойоштороусы Рәсимә Халиҡова алып барҙы. Сарала "Октябрҙең 50 йыллығы" исемендәге колхозда ал-ял белмәй эшләүсе, хәҙер инде хаҡлы ялда булыусы һауынсылар, малсылар ҡатнашты. Улар колхоздың гөрләп эшләп торған сағында эшләүҙәре тураһында һөйләне, төрлө күңелле һәм ҡыҙыҡлы вағиғаларҙы бәйән итте, иҫтәлектәргә бирелде.
"Эйе, малсы һөнәре еңелдән түгел. Ваҡытында ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөшөн индереүсе һауынсыларға, ферма мөдирҙәренә, көтөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ", - тине сараны ойоштороусы Рәсимә Әнүәр ҡыҙы. Үҙ-ара аралашып, үткәндәргә байҡау яһап, саранан рухи аҙыҡ алып таралышты ҡунаҡтар матур саранан.