Көтөүсе.
Көтөүсене берүк кәмләмәгеҙ!
Ул - боронғо һөнәр эйәһе.
Йөрәгендә яугир рухы йәшәй,
Мал, тип өҙөләлер үҙәге.
Беҙҙең көтөүсегә, һүҙ әйтмәгеҙ,
Хөрмәтләгеҙ эшен, хеҙмәтен.
Ваҡытында хаҡын да түләгеҙ,
Сикләмәгеҙ уның бәхетен.
Сулпан йондоҙ батып та өлгөрмәй,
Һыҙылып ҡына таңдар аллана.
Көтөүсенең хеҙмәте башлана,
Мал йыйылып, берҙәм туплана.
Ҡояш сыҡмаҫ борон әйҙүкләй ул:
“Эҫеләргә ҡала күрмәгеҙ,
Һуңламағыҙ, һалҡында утлағыҙ,
Тарала, юғала күрмәгеҙ!..”
Эйее, көтөүлектә көтөү көтә
Ҡара таңдан алып кискәсә.
Шулай үтә уның ғүмеркәйе
Яҙҙан алып һалҡын көҙгәсә.
Эйее, көтөүсебеҙ көтөү көтә,
Ямғыр тимәй, көслө ел тимәй.
Йә эҫегә янып, йә күшегеп,
Малын һаҡлай, малын теүәлләй.
Малдар уға һөйөү менән ҡарай,
Гүйә, урмандағы талисман...
Уның тауышын һыйырҙар ҙа аңлай,
Һарыҡтар ҙа аңлай алыҫтан.
Көтөүсене ихтирам итәйек,
Һәр кем көтөүсе лә булалмай
Өйҙә көтөп тора йорт эштәре,
Ҡулҡайҙары эшһеҙ торалмай.
Беҙҙең малыбыҙҙы унан башҡа
Тағы кем көтөр һуң яҡшыраҡ?
Мөлкәтебеҙ ныҡлы һаҡ аҫтында,
Шуға тормошобоҙ яҡтыраҡ.
Дәрте ялҡын кеүек дөрләп тора,
Абруйы һәр ерҙә юғары.
Эш яратҡан атай, тоғро ир - ат,
Мал яратҡан көтөүсе тағы.
Кемдер тауҙа ҡоштай осоп елә…
Ул бит беҙҙең, беҙҙең көтөүсе!!!
Гүйә, бәйгеләрҙә еңәм тиеп,
Фиништарға етеп килеүсе!