Нисек йәшәйһең, ауыл?
17 Октября 2025, 10:31

Таулыҡайҙа балалар майҙансығы асылды

Балаларҙың шат тауышы тынмаһын! Уҙған көндәрҙә Таулыҡай ауылында балалар майҙансығы асылды. Сарала ауыл хакимиәте башлығы Ҡәйүм Уразбаев, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы ҡатнашты. Майҙансыҡ «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсында ҡатнашып, дүртенсе урынға бирелгән 400 меңлек финанс ярҙам сиктәрендә тормошҡа ашырылды.  Майҙансыҡ ишегенә бәйләнгән таҫманы ҡырҡыу, уны асыу хоҡуғы уҡыу алдынғыһы, 4-се класс уҡыусыһы Йәнгүзәл Сәйетоваға бирелде. Сара барышы тураһында тулыраҡ сайтта:

Таулыҡай ауылында балалар майҙансығы асылды. Сарала ауыл хакимиәте башлығы Ҡәйүм Уразбаев, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы ҡатнашты. Майҙансыҡ «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсында ҡатнашып, дүртенсе урынға бирелгән 400 меңлек финанс ярҙам сиктәрендә тормошҡа ашырылды.  Майҙансыҡ ишегенә бәйләнгән таҫманы ҡырҡыу, уны асыу хоҡуғы уҡыу алдынғыһы, 4-се класс уҡыусыһы Йәнгүзәл Сәйетоваға бирелде.Ауыл хакимате башлығы Ҡәйүм Уразбаев ҡунаҡтарҙы һәм ауыл халҡын байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

«Айыҡ ауыл-2024» конкурсынын муниципаль этабында беренсе урын яулап, республика кимәленә үткәнек. Унда ла һынатмаҫ өсөн барығыҙ ҙа әүҙемлек күрһәттегеҙ. Көн һайын төрлө саралар ойошторолдо. Һөҙөмтәлә, дүртенсе урын яулап,  400 мең һум премияға эйә булдыҡ.  Ауыл халҡы, активтар менән кәңәшләшеп, был аҡсаны балалар майҙансығын яңыртыу, төҙөкләндереүгә йүнәлтергә ҡарар иттек. Таганрог ҡалаһынан лицензиялы спорт һәм уйын ҡоролмаларына заказ бирҙек. Юрғанға ҡарап, аяҡ һуҙ, тигәндәй, был суммаға килгән тиклем һигеҙ төрлө ҡоролма алып, урынлаштырҙыҡ. Был майҙансыҡ - ауыл халҡының дөйөм хеҙмәте, тиер инем. Шуға күрә барығыҙға ла ҙур рәхмәтлемен. Һәр саҡ әлегеләй дәртле һәм әүҙем булайыҡ», - тине ул сығышында. Артабан Ҡәйүм Рәжәп улы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Рәйсә Хәсәнова-Яҡуповаға  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн  Маҡтау грамотаһы, балалар майҙансығын төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәмил Күсәрбаевҡа Рәхмәт хатын тапшырҙы.  Әйткәндәй, бар ҡоролмаларҙы Рәмил Күсәрбаев менән ауыл старостаһы, әүҙем ир-аттарҙың береһе Юнир Сәйетов урынлаштырҙы.

Билдәле, был көндө сараның төп ҡунаҡтары, әлбиттә, балалар ине. Байрамға килгән кескәйҙәр һәм уҡыусылар һәр ҡоролмала рәхәтләнеп уйнаны. Егеттәр турникта ҡалҡыныуға иғтибарын йүнәлтһә, ҡыҙҙар төрлө бәүелсәктәрҙә бәүелде.

«Беҙ майҙансыҡтың асылыуын әхирәттәрем менән түҙемһеҙлек менән көттөк. Көн һайын килеп уйнарға уйлайбыҙ. Беҙгә оҡшаны. Уйын майҙаны һәр саҡ әлегеләй матур, төҙөк булһын, уны емермәй, ҡәҙерләп уйнаһындар инде», - тигән теләктәрен еткерҙе 6-сы класс уҡыусыһы Гөлдәниә Байегетова. «Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тиҙәр. Беҙгә бындағы спорт ҡоролмалары оҡшаны. Буш ваҡытыбыҙҙы ошонда үткәрәсәкбеҙ», - тине Вадим Бүкәнбаев.

Республика көнөнә арналған сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Мәҙәниәт йорто янында уңышлы эшләп килгән «Хазина» һәм «Ынйылар» ансамблдәре, мәктәп уҡыусыларының сығыштары тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде. Китапханасы Зилә Күсәрбаева балаларҙың белемдәрен тикшереп, Башҡортостан республикаһына ҡағылышлы төрлө һорауҙар бирҙе. Сараның «Халыҡ таланттары» тигән өлөшөндә ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең әүҙем булыуҙары һөйөндөрҙө.

Байрамдың икенсе өлөшө ағас ултыртыуға арналды. Сарала ҡатнашыусылар майҙансыҡ тирәләй Ейәнсура районынан килтерелгән миләш ағастарын ултыртты, уға һыу ҡойҙо, тирә-яҡҡа йәм биреп үҫеп китеүен теләне.

Асыҡ һауала үткән сараға көндөң йылы, ҡояшлы тороуы ла йәм өҫтәне. Ғөмүмән, был көндө балалар майҙансығы ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың шат тауышынан гөрләп торҙо. Эйе, балалар - беҙҙең киләсәк. Киләсәктә лә майҙансыҡта уларҙың шат тауышы тынмаһын!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас