+20 °С
Облачно
Белеүебеҙсә, Ишей ауылы "Сәләмәт ауыл-2025" конкурсында ҡатнаша. Ошо проект сиктәрендә ауылда төрлө мәҙәни һәм спорт саралары, осрашыуҙар, экологик өмәләр үтә. Ошо көндәрҙә Ишей мәктәбе уҡыусылары "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылып, мәктәп ихатаһына ағас ултыртты. "Үҫентеләр шаулап үҫеп, тирә-яҡҡа йәм биреп ултырһын", - тигән изге теләктәрен дә теләне улар. Амин, шулай булһын!