+20 °С
Облачно
Сылтыр шишмәне буяйҙар -
Матурлайҙар илдәрен
Сайпылдырып һыу ташыйҙар
Тирбәлдереп билдәрен
Ниндәй яҡшы ауылыңда
Ҡоҙоҡтар булыуҙары
Самауырҙан сәй эсәләр
Ғүмәрҙең һылыуҙары!..
Сынтимер Юлыевтың Ғүмәр ҡыҙҙарына арнап яҙған шиғырын аҡлап ауылдың "Ғүмәриә" ансамбле ҡыҙҙары "Хәсби ҡоҙоғон" һәм "Түбәнге ҡоҙоҡто" сүп-сарҙан, ҡый үләненән таҙартып, матур итеп буяп ҡуйҙы.
Шулай уҡ уларға Илнур Ғәпсәләмов һәм Заһир Иҫәндәүләтов та ярҙамға килә.
афарин, ғүмәрҙәр!