+20 °С
Облачно
Аҡморон ауылында яңы мәсет һәм сиркәү төҙөү эштәре бара. Был изге эш ауыл халҡы һәм ошо ауылда тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта ҡырҙа йәшәүселәр инициативаһы менән башҡарыла. Улар берҙәм аҡса йыя, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ир-егеттәр төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнһә, ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы тәмле аш-һыу менән һыйлай. Беҙ инде аҡморондарға башлаған изге эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.