Кисә Түбәнге Таулыҡай ауылы урамы юлы ремонтланды.
Был эш ауылыбыҙҙың имам-хатибы Мазһар ағай Салихов инициативаһы менән башҡарылды.
"Ауылдың бер осонан икенсе осона тиклемге юлды рәтләргә тырыштыҡ. Был турала мин күптән уйлай инем. Аллаға шөкөр, бөгөн ир-егеттәр ярҙамы менән был ҙур эште башҡарып та ҡуйҙыҡ"-, тине Мазһар Әбделхай улы. Һәм өмәлә әүҙем ҡатнашыусы Ирмәк Галинға, Факил Мөхәмәтовҡа, Юнир Сәйетовҡа, Артур Үҙәнбаевҡа, Рәмил Дәүләтбаевҡа, Айбулат һәм Иштуған Сәғәҙәтовтарға, Фуат Сәғәҙәтовҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ир-егеттәр тәүҙә юлдың соҡорло урындарына таш түгә, аҙаҡ уны цемент менән заливать итә.
Эйе, ауылыбыҙ төҙөклөгө, матурлығы - үҙ ҡулыбыҙҙа.
Өмәлә ҡатнашыусы һәр кемгә һәм уны ойоштороусы Мазһар ағайға "Афариндар", тиергә генә ҡала!