Буранбай ауылы мәҙәниәт йортонда ошо ауылда тыуып үҫкән билдәле йырсылар һәм бейеүселәр хәйриә концерты ойошторҙо.
Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марсель Ҡотоев һәм Ғаяз Ғәйетбаев, республика йыр, ҡурай бәйгеләре лауреаты Юнир Һағынбаев , Стәрлетамаҡ драма театры артистары Ильнур һәм Фәйрүзә Сәлимгәрәевтар, "Ирәндек моңдары- 2023" конкурсында Гран - при яулаусы Нух Ҡотоев , бейеүсе ҡыҙҙар Миләүшә, Фәйрүзә, Зөлфиә Абыҙгилдиналар ауылдаштарын үҙҙәренең моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.
Сарала шулай уҡ ошо ауыл ҡыҙы әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла медицина хеҙмәткәре булып эшләүсе Алсу Туйсина ҡатнашты.
Ул сараға буш ҡул килмәгән ине. Алсу Ғибат ҡыҙы Сыңғыҙ һәм Буранбай ауылы фельдшерҙарына бүләктәр тапшырҙы.
Ә концерттан килгән 24 мең һум аҡса Буранбай ауылы мәсетенә газ үткәреүгә ярҙам булараҡ тапшырылды.