

Бөгөн Таулыҡай ауылында Үҙәнбаевтар ғаиләләре Күстәнә тауы башында ҡурай һәйкәлен тергеҙеп ултыртты. Таулыҡайҙар эштәрҙе башлап, ойоштороп йөрөүсе Йәмил Фирғәт улы Үҙәнбаевҡа, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир Наил Фитрат улы Үҙәнбаевҡа матур беседка эшләп ултыртҡаны өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. "Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, яуҙан ҡайтып, тыуған ауылыңа Күстәнә башынан һоҡланып ҡарап торорға яҙһын һиңә, Наил", - ти ауылдаштары.
Тау битенә таштарҙы теҙеп һалып, "Бөйөк Еңеүгә - 80 йыл" тип яҙып, уны матур итеп ағартып та ҡуйғандар.
Бына шундай матур, изге эш башҡарған ысын илһөйәрҙәр, тыуған ере өсөн янып йәшәгән Үҙәнбаевтар. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар юлдаш булһын!
Ә ауыл күрке булған ҡурай һәйкәле, уның янындағы ял урынына килеүселәрҙең үҙҙәре артынан ҡый ҡалдырмауы, был урынды тәртип һәм таҙалыҡта тотоуы һорала.