+21 °С
Облачно
Кисә Таулыҡай ауылында "Ауылымды йәмләй хеҙмәт кешеһе" исеме аҫтында ҙур сара үтте. Унда Ленин исемендәге хужалыҡта ("Ленин" ЯСЙ) лайыҡлы һәм намыҫлы хеҙмәт үткән хаҡлы ялдағылар һәм әлеге ваҡытта ла хужалыҡты үҫтереүгә тос өлөш индереүсе алдынғы эшселәр саҡырылды.
Сарала ҡунаҡтар үҙҙәренең хеҙмәт юлына тағы ла бербайҡау яһаны,иҫтәлек,хәтирәләргә бирелде. Аралашыуға ҡоролған осрашыу йылы мөхиттә үтте.Сара ауыл таланттары тарафынан әҙерләнгән концерт программаһы менән үрелеп барҙы.
ауыл хужалығы эшселәренә, дан! Һеҙгә сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ!