Уҙған көндәрҙә Баймаҡта " Айыҡ ауыл" конкурсы буйынса ултырыш үтте.
Унда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, спорт комитеты, " Ғаилә" үҙәге, йәштәр, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре, мәшғүллек үҙәге һәм башҡа ойошма вәкилдәре ҡатнашты.
" Үрге Таулыҡай ауылы тотош район данын яҡлай. Был конкурста яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшер өсөн беҙ бергә һәм берҙәм булырға тейеш",- тине үҙ сығышында Ришат Вәкил улы. Һәм һәр ойошманы ниндәйҙер сара өсөн яуаплы итеп беркетте.
Эйе, берҙәмлектә - көс, икәнен һәр кем онотмаһа ине!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Үрге Таулыҡайҙар 400 -700 халҡы булған ҙур ауылдар менән көс һынаша. Улар иҫәбендә Бөрйән, Ҡыйғы, Краснокама, Хәйбулла, Баҡалы, Учалы, Бирск, Күгәрсен, Әлшәй, Йәрмәкәй, Әбйәлил райондары бар.
#АйыҡАуыл2024
#АйыҡАуылТаулыҡай
#АйыҡАуылБаймаҡРайоныТаулыҡайАуылы2024
#Ҡоролтай
#курултай #спорт
#БаймаҡРайоны
#БаймакскийРайон
#ВсемирныйКурултайБашкир
#ФСГО
#ФондГрантов